Фән һәм мәғариф. Йыл йомғаҡтары.

Машинист 150 метр тәрәнлектә нефть эҙләй тип әйтмәҫһең дә. Ни бары джойстик ярҙамында ғына бырауҙар ер ҡатламын тишеп 6 саҡрымға тиклем тәрәнлеккә төшә ала. Был эш ҡайҙалыр яланда түгел, ә бина, уҡыу бүлмәһе эсендә башҡарыла. Быраулау ҡорамалдары ла ысын түгел, тренажер. Пульт артында ни бары студенттар.

Уникаль ҡоролма Рәсәйҙә берәү генә, ул Өфө дәүләт нефть техник университетында урынлашҡан. Эшсе һөнәр үҙләштереүсе студенттар - буласаҡ быраулаусы, энергетик, механик, геологтар бында практик күнекмәләр үтә, тәжрибә туплай.

Медицина университеты аспиранттары кеше һөйәктәрен 3 д принтерҙа ғына баҫтыра. Улар биокерамиканан протез уйлап сығарған. Яңы материалдан эшләнгән имплант кеше организмына зарарһыҙ яраҡлаша һәм уны һәр кемгә шәхсән эшләп була. Алдынғы биомедицина технологиялары лабораторияһы был проектты дәүләт грантына башҡарған.

Башҡорт дәүләт, яңыса Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттар кешелекте хәүефтә тотҡан иң ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көрәшә. Йәш ғалимдар яман шеште дауалау түгел, ә ни өсөн барлыҡҡа килеүен асыҡларға тырыша һәм онкологияны бөтөнләй булдырмау өҫтөндә эшләй. Бер нисә ай элек кенә асылған «Популяцион медицина генетикаһы» лабораторияһы асыш мәлен күпкә яҡынайта, ти студенттар.

Элекке авиация университетында барлыҡҡа килгән «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе лабораторияһы ла илдәге 30 үҙәктең береһе. Лабораториялар студенттарға уҡыу менән ғилми эште бергә алып барыу мөмкинлеге бирә. Шул уҡ ваҡытта улар рәсми эшкә урынла шҡан, хеҙмәт хаҡы ала. Йәштәр уҡыу йортонда уҡ үҙ йүнәлеше буйынса илдең эре сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә.

Мы начали побеждать в приоритете 2030. три вуза в этой программе, это сложно людям объяснять, но это реальные деньги, не 10 и не 5 миллионов, и не 100 млн, речь о нескольких миллионах, каждый вуз, который получает. Для вузов нужны деньги, наука она всегда за счет бюджета, поэтому главная задача для меня найти деньги.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Был лабораториялар һәм унда тормошҡа ашырылған проекттар республикала булдырылған Евразия фәнни- мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Яңы үҙәккә республикалағы алты университет, өс ғилми учреждение һәм иҡтисадтың реаль секторындағы 20 ойошма инде. Фән һәм предприятеларҙың өс йыл дауамындағы ҡеүәтле хеҙмәттәшлеге төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Инновация лабораториялары, студент кампусы төҙөлөшө кеүек күләмле проекттар, йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән гранттар - былар барыһы ла донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге маҡсат итеп ҡуйған эштәрҙең бер өлөшө.

Евразия фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлегенең тәүге емештәренең береһе - студент кампусы. Донъя кимәлендәге заманса үҙәк ҡала үҙәгендә төҙөләсәк. Технополиста мәҙәниәт һәм спорт үҙәктәре, лабораториялар, йәш ғалимдар һәм студенттар өсөн йәшәү урындары, уҡыу һәм фән өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырыу планлаштырыла.

Эти кампусы должны стать точками притяжения талантливых ребят со всей страны, а также центрами развития науки и экономики регионов. Первые 8 проектов стартовали уже в Москве, Нижнем Новгороде, Уфе, Калининграде, Екатеринбурге, Новосибирске, Челябинске и Томске. И нужно, конечно, ускорить эту работу.

Владимир Путин, Рәсәй Президенты

Күләмле проектты тормошҡа ашырыу урында «Айкью» технопаркы бинаһының әҙер булыуы тиҙләтәсәк. Әле бинала төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында. Айкью парктың дауамы булып түңәрәк эсендә 7 тажды хәтерләткән башняларҙан торған вуз-ара үҙәк барлыҡҡа киләсәк.

Төҙөлөш эштәрен башлау өсөн яҡындағы юғары уҡыу йортона ҡараған бер нисә бинаны һүтергә тура киләсәк. Әле студенттар менән тулы 4-се дөйөм ятаҡ, гараждар, архив бинаһы, Киров исемендәге завод тиҙҙән ер менән тигеҙләнә. Кампус төҙөүгә финанс сығанаҡтар студент ятаҡтарына ғына йүнәлтелмәй. Урында тәү сиратта донъя кимәлендәге заманса фәнни-белем биреү үҙәген булдырыу күҙаллана. Күләмле проектты ғәмәлгә ашырыуға 20 миллиард һум инвестиция, шул иҫәптән 60 проценты федераль ҡаҙнанан бүленеүе билдәле. Студент кампусы төҙөлөшө киләһе йыл башланасаҡ

Мәғариф өлкәһендәге тағы бер маҡсат - федераль кимәлдәге уҡыу йорто булдырыу . төбәк вуздары глобаль конкуренцияны күтәрә алмай, һөҙөмтәлә студенттар ситкә китә. Шуға күрә Республика башлығы Радий Хәбиров ике юғарыу уҡыу йортон берләштереү тәҡдиме менән сыҡты. 2022 йылда - Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттары берләшеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде. Яңы вуз Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған «Өҫтөнлөк- 2030» программаһына индерелгән. Уға ярашлы, университет йыл һайын федераль бюджеттан 1 миллиард һумға финансланып, илдең иң яҡшы 30 юғары уҡыу йорто исемлегенә инергә тейеш.

Башҡортостанда фән үҫешенә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле аҙымдар үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Башҡортостан Рәсәйҙә фән һәм технологияларҙы үҫтереү буйынса биш алдынғы субьект исемлегенә индерелде. Төбәктәрҙең фәнни-технологик үҫешенең Милли рейтингында республика дүртенсе урынды яуланы. Рейтинг Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса төҙөлгән. Беҙҙең уңыштарҙың локомотивы булып Евразия фәнни-мәғариф үҙәге тора тине республика башлығы Радий Хәбиров.

В данном случае регионы, которые вошли в рейтинг, это регионы, где и хорошо развита наука, прилагается много усилий для развития науки, и от науки есть результат, в виде и наукоемкого бизнеса, и внедряемых инноваций, и отечественных технологий, которые востребованы реальным сектором экономики. В данном случае эти регионы лидеры, с точки зрения экосистемы научно-технологического развития.

Андрей Омельчук, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министры урынбаҫары
Башбат

Сочи ҡалаһында үткән йәш ғалимдар конгресында Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары уйлап сығарған уҙыш автомобиле юғары баһа алды. Ләкин болидтың тиҙлеге өсөн түгел. Әлеге шарттарҙа илдә техниканың етеҙлегенән дә бигерәк уны уйлап сығарыу һәм тормошҡа ашырыу тиҙлеге күпкә мөһим.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ