Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Йыл йомғаҡтары.

Ул офицерҙы йыуата, һин тыпырсынма ҡуян. Хәҙер ошо сылғау менән ағасҡа аҫып ҡуям. Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһында һүрәтләнгән был хәлдәр әйтерһең дә, Тәтешле районынан Фәнис Хөсәйенов тураһында яҙылған. 24 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, егеттең хәрби тәжрибәһе ҙур. Ә халыҡ өсөн ул бөтөнләй герой. Бәрелештәрҙең береһендә яҡташыбыҙ ете дошман һалдатына ҡаршы тора. Уларҙың икәүһен юҡ итә, береһен ҡулға ала. Фәнис «телде» Украина армияһы бронетранспортерына һалып беҙҙекеләр яғына сыға.

Яуҙа яраланғандан һуң бер аҙ сәләмәтлеген нығытҡас, Фәнис Мобилизация буйынса йәнә махсус хәрби операцияға юлланды. Дошман заман «Үлмәҫбайы» тураһында төрлө имеш-мимештәр таратыуға ҡарамаҫтан, Фәнис иҫән-һау, бандерасылар менән аяуһыҙ көрәшен дауам итә.

Махсус хәрби операция ҡыҙған һайын яңы көстәр талап ителде. Башҡортостан фашистар менән ҡаршы көрәшкә 3 ирекле батальон әҙерләп, оҙатты. 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы генерал Шайморатовтың исемен байраҡ итеп күтәргән хәрби берәмек тәүгеләрҙән булып ойошторолдо. Әҙерлек үткәндән һуң улар тура алғы һыҙыҡҡа оҙатылды. 6 ай самаһы Шайморатовсыларға Украина фашистарының ҡыҫымын тотоп торорға тура килде. Оҙайлы окоп тормошонан һуң яҡташтарыбыҙға бер аҙға ял мөмкинлеге бирелде.

Ял минуттарында ла күнекмәләр тынмай. Батальон яугирҙары ҡорал менән эш итеү алымдарын шымарта. Бәрелеш тактикаһы буйынса дәрестәр үткәрә.

Яңыраҡ ул 60-шын тултырған Бурый ҡушаматлы яугир тыныс тормошта республика райондарының береһендә ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә «Барыҫ» ирекмәндәр батальонында дошманға ҡаршы алышҡан. Шайморатов батальоны ойошторолоуын ишеткәс тә, ул яҡташтары менән бер сафта фашизмға ҡаршы көрәшергә теләк белдергән.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та ҡулына ҡорал тотоп Ватан һағына баҫты. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң уға Оборона министрлығы бойороғо менән лейтенант дәрәжәһе бирелде. Әле ул рота командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә.

Айгөл Шакирова йыш ҡына улы, Тамерлан Илһамовтың шәхси фотоальбомын ҡулына ала. Уның ҡәҙерлеһе саҡ 28-ен тултырғайны. Яугир-яҡташыбыҙ махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булды. Зениткасы Тамерлан Илһамов 4 июлгә ҡарай төндә дошман ракеталарын бәреп төшөрөп 118 хәрби хеҙмәттәше һәм меңләгән тыныс халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалды. Улы ике мең саҡырым алыҫта булыуға ҡарамаҫтан, әсә йөрәге был хәлде һиҙә.

Махсус хәрби операция барышында Башҡортостандан 5 замандашыбыҙ Рәсәй геройҙары исемлеген тулыландырҙы. Тамерлан Илһамов, Игорь Нәсибуллин һәм Максим Серавимовҡа юғары награда үлгәндән һуң бирелде. Степан Белов һәм Борис Дудкоға герой йондоҙон Президент үҙе тапшырҙы.

Ләйсән Вәлиева медицина технологы. Ярты йыл самаһы ул Красный Луч ҡалаһындағы Башҡортостан табиптарының тупланма отряды составында хеҙмәт вахтаһында эшләне. Заманса медицина ярҙамы тураһында бөтөнләй онотоп өлгөргән Донбасс халҡына ярҙам күрһәтте. Ләйсән Вәлиеваға ҡораллы бәрелештәр биләмәһенә, алғы һыҙыҡҡа сығырға ла тура килде.

Хеҙмәт вахтаһындағы табиптар һәм шәфҡәт туташтары араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Зөлфиә Булатованың медицинала дөйөм стажы 46 йыл. Луганск Халыҡ республикаһына сәфәрен медицина хеҙмәткәре ғүмер юлындағы төп миссия тип атай.

Стәрлетамаҡ юл-төҙөлөш идаралығы мастеры Иршат Зиннәтуллиндың Украина фашизмына ҡаршы ҡулына ҡорал тотоп алышырға теләге булған. Әммә йәш сикләүе буйынса хәрби комиссияны үтә алмаған. Иршат Зиннәтуллин ҡул көсө һәм һөнәри оҫталығы менән еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерҙе.

Башҡортостан юлсылары төркөмө 1985 йылдан бирле яңыртылмаған Ивановка Петровское юлына яңы асфальт түшәне. Красный Луч һәм Петровское ҡалалары урамдарын яңыртты.

16 июнь Украина ҡораллы көстәре осорған «Точка У» ракетаһы Красный Луч ҡалаһының акустика ҡорамалдары заводы биләмәһендәге хәрби арсеналға эләгә. Келәттәге хәрби припастар бер аҙна дауамында шартлай. Һөҙөмтәлә завод эргәһендә урынлашҡан торлаҡ кварталдары харабаларға әйләнә. Бында әле лә һауала дары еҫе, ә ерҙә мина ярсыҡтары һибелгән.

Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостан Донбаста тура мәғәнәһендә хеҙмәт ҡаһарманлығын күрһәтте. Петровское ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте төҙөкләндереү быға асыҡ дәлил. Йыл төҙөлөшөндә республиканан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Утлы төбәккә уларҙың күбеһе үҙ теләге менән барҙы. 1934 төҙөлөп бөтөнләй капиталь ремонт күрмәгән мәктәп бинаһы яңыртылып, 1 сентябргә уҡыусыларын ҡабул итте.

М.Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте төҙөкләндереү эштәрендә биҙәкләүсе Рәзинә Зарипова улы Асҡар менән бергә ҡатнашты. Асҡар Луганск халыҡ республикаһына хеҙмәт вахтаһынан һуң коллегалары, Сибай театр-концерт берләшмәһе артистары төркөмө составында мобилизацияға эләкте.

Рәсәй Президенты иғлан иткән өлөшләтә мобилизация йәмғиәттең Украина фашизмы һәм коллектив көнбайыш ҡыҫымына ҡаршы берләшеү сараһына әйләнде. Йөрәктәр бергә типте, ҡулдар бер йоҙроҡҡа төйнәлде.

Башҡортостан яугирҙарын яңғыҙ ҡалдырманы. Тәүге көндәрҙә үк гуманитар ярҙам тупланды. Ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаш бәйләне, балалар хаттар яҙҙы, уҙамандар техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итте. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, аммуниция йыйылды.

Ҡоротто элек-электән яугирҙар һәм һунарсылар кеҫәһендә йөрөткән. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы халҡы алғы һыҙыҡҡа халҡыбыҙҙың боронғо һөт ризығын оҙатты. Ағинәйҙәр ыҡсым төргәктәргә яугирҙарыбыҙҙы һаҡлаған изге доғаларын да һалды.

Водитель Юлдаш Биков Дон далаларының туҙанын һулап үткәргән саҡрымдарҙың әле ул иҫәбен дә юғалтҡан. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ҡуҙғалған бер генә гуманитар ылауҙан да ул ситтә ҡалманы. Сәфәр сыҡҡан һайын водитель, Красный Луч һәм Петровское балаларына үҙ аҡсаһына татлы күстәнәстәр һәм бүләктәр һатып алып таратты.

Гаджеттарҙы йышыраҡ ҡулланылыуға ҡарамаҫтан, мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хат яҙа. Кескәйҙәрҙең ихлас теләктәре һалҡын окоптағы яҡташтарыбыҙға йылылыҡ өлөшһен. Уларға рух ныҡлығы һәм көс өҫтәһен. Өйҙә һеҙҙе еңеү менән көтәләр.

Рафиҡ Әхмәтшин

Волна
Акции БСТ