Башҡортостан башлығы оҙон юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы

Яуым-төшөмдөң артыуы һәм буран сығыуы сәбәпле Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Туҡтауһыҙ ҡар яуа, көслө ел иҫә, был мәлдә республика юлдарына сыҡмағыҙ, өйҙә ҡалығыҙ тигән үтенес белдергән Башҡортостан башлығы.

Буран сәбәпле Р-240 һәм М-5 федераль трассаларында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнде.Пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел һәм йөк автомобилдәре хәрәкәте туҡтатылды. Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы ла водителдәрҙе оҙон юлға сығыуҙы кисектереп торорға, тиҙлек режимын теүәл үтәргә саҡыра.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ