Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгө сменала ғына урам-юл селтәрен ҡарҙан таҙартыуға өс йөҙгә яҡын берәмек техника, 252 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Ҡар ҡамауында ҡалған баш ҡала буйлап БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина үтте.
Зенфир Кинйәбулатов өйөнән магазинға тиклем машинала барып, мәшәҡәткә сума. Еңел автомобилде ҡар ҡамауынан сығарыу өсөн ҡул көсө генә етмәй, ҡеүәтле техника талап ителгән. Хәйер, яҡында ғына торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре була.
Яңы йылдың икенсе көнө күптәргә ҡаршылыҡ өҫтәне. Юлдан үтерлек түгел, ҡар өйөмө шул тиклем күп. Хатта, машиналар тигеҙ урында батып ултыра. Берҙәмлектә көс тигәндәй, күптәр автоһәүәҫкәрҙәргә көрәк тотоп ярҙамға ашыҡты.
Эш ҡоралдары айырыуса коммуналь хеҙмәткәрҙәргә талап ителде. Ҡала урамдарындағы тәртип өсөн яуаплы бригадалар көсөргәнешле режимға күсте. Яуым-төшөм артыуға бәйле юлдарҙы таҙартыуға өҫтәмә техника сыҡты.
Автоһәүәҫкәрҙәр билдәләүенсә, трасса менән сағыштырғанда ҡала эсендә йөрөүе күпкә хәүефһеҙ.
Уҙған тәүлек эсендә генә Өфөләге урам-юл селтәренән ете меңдән ашыу кубометр ҡар сығарылған. Ихата алдарында тәртип булдырыуға ла өҫтәмә техника, эшселәр йәлеп ителгән.
Гөлназ Хәйбуллина




