Башҡортостанда яңы йыл төнөндә 14 сабый донъяға килгән

Йыл менән йыл алышынған мәлдә тыуған балаларҙың 8-е малай, 6-һы ҡыҙ. Тәүге бәпес куранттар һуҡҡандан һуң 40 минут үткәс Республика перинаталь үҙәгендә беренсе ауазын һала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Айгөл Бикова бөгөн икенсегә әсә булыу бәхетен кисерә. Беренсеһен тапҡандағы кеүек тулҡынланыуҙар бик үк һиҙелмәһә лә, баланың Яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә үк донъяға килеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ә ваҡыт буйынса 2022 йыл аҙағы тип билдәләнгән.

Ә палаталаш күрше Гүзәл Арыҫланова сабыйына беренсегә әсәй. Ҡыҙ бала былтыр донъяға килгән. Йәш әсә сабыйын Яңы йыл бүләге итеп ҡабул итә. Табиптар ҡатындар һәм сабыйҙарҙың һау-сәләмәт булыуын билдәләй.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ