Буласаҡ ҡотҡарыусыға - экскурсия. Күгәрсен районынан Булат Шайморатов Ҡыш бабайға хат яҙып, күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. Малайға Мораҡ ауылындағы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирелде. Үҫмерҙең ҡыуанысын БЮТ төркөмө лә уртаҡлашты.
Янғын һүндереүселәр Булат Шайморатовты өйөнән үк барып алды. Малайҙың ҡотҡарыусы булырға теләге ҙур, шуға ла ул ашҡынып тигәндәй оло юлға сыҡты. Мораҡ ауылындағы бүлексәгә килеп етеү менән инструктаж үтеп, махсус экипировка, каска кейҙе. Төп эш ҡоралдарын үҙләштерә башланы.
Декабрҙә Булат Ҡыш бабайға хат яҙып, янғын һүндереү, ҡотҡарыу хеҙмәтенә экскурсияла булыу теләген белдергән. Күп тә үтмәй хыялы тормошҡа ашты. Әсәһе лә улының яуаплы һөнәргә тартылыуын билдәләй.
Булат янғын һүндереү техникаһында ауыл буйлап йөрөп тә ҡараны. Шулай уҡ шартлы рәүештә барлыҡҡа килгән янғынды һүндереүҙә ҡатнашты. Ҡотҡарыусылар менән бергә эшләп ҡарағандан һуң, яуаплы һөнәргә һөйөүе йәнә артты. Янғын часы хеҙмәткәрҙәре малайға Яңы йыл бүләге лә әҙерләгәйне.
Гөлназ Хәйбуллина




