Уҙған тәүлек эсендә генә егерме мең кубометр ҡар сығарылған. Көндөҙгө сменаға килгәндә, урам-юл селтәрен тәртипкә килтереүгә өс йөҙҙән ашыу ҡеүәтле техника йәлеп ителде. Ихата алдарын, парковка урындарын таҙартыуҙа ҡала халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Парк урамы,6 кәсер 1 һанлы йортта йәшәүселәр ҙә «Беҙгә барыбер түгел» флешмобына ҡушылып, коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтте.



