Йәшәгән халыҡ иҫәбе буйынса дүрт номинация билдәләнгән, барлығы ун ике еңеүсе буласаҡ. Былтыр 1 октябрҙә старт алған бәйгегә 1120 ауылдан заявка ҡабул ителгән. Бишбүләк районы буйынса муниципаль этапта Ҡаныҡай ауылы халҡы уңышлы сығыш яһаны. Биләмәлә сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандалана. Магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай.
Ҡаныҡайҙа берҙәм халыҡ йәшәй. Биләмәне төҙөкләндереү, мәҙәни-спорт сараларында һәр кем оло теләк менән ҡатнаша. Урындағы ағинәйҙәр махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәргә ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп даими посылкалар оҙата. Яңыраҡ «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә мәҙәниәт йортонда «Милли аш-һыу байрамы» уҙғарылды. Унда буҙа әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.






