Ағас эше оҫтаһы Хәлил Суфиянов

Оҫта ҡулынан кинәнер. Белорет районы Аҙналы ауылында йәшәгән Хәлил Суфиянов шундай фекерҙә. Үҙ ҡулдары менән ул йорт йыһаздары, ултырғыс, һандыҡтар эшләй. Оҫта менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.

Ҡышын балта оҫтаһы йәйге осорҙа төҙөүсе. Белорет районы Аҙналы ауылында йәшәгән Хәлил Суфиянов шулай эшләргә күнеккән. Төҙөлөштән килгән хеҙмәт хаҡына ул үҙенә кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.

Әммә башта ни бары ҡул бысҡыһы булған. Ағас эшенә Хәлил, йорт тәҙрәләрен семәрләү өсөн биҙәктәр эшләүҙән башлаған. Әкренләп һандыҡтар, артабан инде ултырғыстарға күскән. Хәҙер инде оҫта бөтә йорт йыһаздарын да эшләй ала. Эскиздарҙы ул интернеттан таба.

Йорт йыһаздарын Хәлил йыш ҡына үҙе ҡуллана. Һандыҡтарҙы өйләнешкән йәштәргә бүләк итә. Ағастан эшләнгән йыһаздар оҙаҡ хеҙмәт итә, тәбиғи материалдар кеше өсөн зарарлы матдәләр ҙә бүлеп сығармай,- ти Хәлил Суфиянов

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ