Конькиҙа шыуырға ике мең квадрат метрҙан ашыу майҙандағы тигеҙ боҙ ҡатламы. Өфө районы Зубов ауылында эшҡыуарҙар көсө менән һырғалаҡ асылды. Бындай спорт объектына ихтыяж юғары булған. Сөнки биләмәлә балалы ғаиләләр күп. Һырғалаҡ көндөҙгө сәғәт ун берҙән киске ун бергә тиклем эшләй. Биш йәшкә тиклемге балалар өсөн инеү бушлай. Яңы майҙансыҡ кескәйҙәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең дә яратҡан ял урынына әүерелгән.






