1 ғинуар йыл һайын ойошторола килгән «Вәғәҙәләр уҙышы» нда баш ҡалала ике меңдән ашыу кеше йүгерергә сыҡҡан. Өфө ҡатнашыусылар һаны буйынса башҡа ҡалаларҙы, шул иҫәптән Мәскәүҙе лә уҙған. Әүҙем йәшәү рәүешен яратыусылар өсөн сара биш майҙансыҡта ойошторолдо.
Йола буйынса, Ҡунаҡһарайҙағы уҙыш иң күләмлеһе булды. Ҡарһылыуҙар, Ҡыш бабайҙар һәм йыл символдары кейемендә ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап 2023 метр йүгерҙе. Яңы йыл спорт ваҡиғалары марафоны иртәгә « Күңелле ғаилә старттары» менән дауам итә.






