Өфөлә ирекмәндәр махсус операциялағы ир-егеттәр өсөн носилка һәм башҡа әйберҙәр етештерә

Гүзәл заттар яраланған хәрбиҙәр өсөн еңел носилкаларҙы буш ваҡыттарында тегә. Хәрби бәрелештәрҙә техника һәм транспорт сараларын йәшереү өсөн ҡаплағыс өсөн ҡатын-ҡыҙҙар туҡыманы ла үҙҙәре һатып ала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Ныҡлы туҡыманан тегелгән носилка яҡташ һалдаттар өсөн әҙерләнә. Махсус операцияға юлланған ир-егеттәргә әйберҙәрҙе ирекмән булараҡ берләшкән гүзәл заттар тегә. Хәмдиә Дәүләтова эштән һуң буш ваҡыт табып Ватан һаҡсыларына ярҙам итергә тырыша.

Ҡыҙҙар теккән носилкаларға ихтыяж ҙур. Хәрби бәрелештәрҙә яраланған һалдаттар рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Тап ошо уңайлы носилкалар күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән.

Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың икенсе төркөмө маскировкалау селтәрен тегә. Ул һалдаттарға танк һәм башҡа техниканы йәшерергә ярҙам итә. Бының өсөн балыҡ ауына туҡыма ҡушыла.

Ирекмәндәр оҫтаханалағы әйберҙәрҙе хәрбиҙәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып туплай. Ҡатын-ҡыҙҙар социаль селтәрҙәр аша ирекмәндәр төркөмөнә тағы ла күберәк кешеләр ҡушылыр тип өмөтләнә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ