Көслө ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, төбәк операторҙары сүп-сарҙы ваҡытында сығара

Ҡайһы бер төбәктәрҙә генә юлдарҙың таҙартылмауы арҡаһында өҙөклөктәр бар. Бөгөн республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яуаплы ойошмалар, коммуналь хужалыҡтар һәм урындағы властар менән ауыр шарттарҙа көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҡатмарлыҡтарын өйрәнде.

Сүп-сар ташыусы машина водителдәрен ювелирҙар тиергә лә мөмкин. Бындай техника йәйен дә саҡ йөрөй, ә ҡышын иһә уның менән идара итеү йыһан аппаратына тиңләшә. Рулде әҙ генә дөрөҫ бормаһаң, юл ситендә генә ҡалдырып кителгән автомобилде сыйыуың да ихтимал.

Эш бик ауыр бындай осорҙа. Күреп тораһығыҙ бит ихаталарҙа еңел автомобилдәр генә үтерлек юл ҡала. Йыш ҡына инә, йә сыға алмай ултырабыҙ. Өҫтәүенә контейнерҙарҙы ла ҡар ҡаплай.

Григорий Снегирев, көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу машинаһы водителе

Бындай шарттарҙа сүп-сар сығарыу техникаһы ике-өс сәғәткә һуңлай. Өҫтәүенә халыҡ үҙе лә махсус техника хәрәкәтен тотҡарлай. Контейнер майҙансыҡтарында , ярамаған урындарҙа ҡалдырылған шәхси транспорт эште күпкә ҡатмарлаштыра.

Өфөлә мәҫәлән 4000 урында контейнер майҙансыҡтары бар. Көслө ҡар яуған тәүлектә шуларҙың 170-нә махсус техника барып етә алманы. Был дөйөм күләмдән күп түгел әлбиттә, әммә шулай ҙа кәйефте ҡыра. Күп осраҡта ярамаған урындарҙа автомобилдәрен ҡалдырған водителдәр ғәйепле. Уларҙы эҙләргә, башҡа ергә күсереүҙе һорап ваҡыт уҙғарырға тура килә.

Ольга Филева, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы бүлеге етәксеһе

Нисек кенән булмаһын көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусыларға контейнерҙарға барып етеп фото отчет яһарға кәрәк. Юғиһә таҙартылмаған майҙансыҡтар шундуҡ онлайн яңыртыла барған картала килеп сыға.

Яңы йыл байрамдарында сүп-сар күләме лә бермә -бер арта. Шулай ҙа көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыусы төбәк операторҙары эшен тармаҡ ведомствоһында 4-ле билдәһе менән баһаланылар. Был коммуналь хужалыҡтар һәм урындағы властарҙың берҙәм эш итә алыуы һөҙөмтәһе.

Һәр райондың етәкселек, коммуналь хеҙмәттәр һәм төбәк операторҙары ингән чаттары бар. Әгәр берәй махсус техника батһа, йә иһә башҡа хәл була ҡалһа шунда уҡ ярҙам, өҫтәмә техника ебәрелә. Ә урындағы властар тулған контейнерҙар тураһында хәбәр итә. Тығыҙ бәйләнештә ауыр тәбиғәт шарттарында эште көйләй алдыҡ.

Шамил Фәррәхов, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары
Акции БСТ

Ләкин төбәк операторҙарына тынысланырға иртәрәк. Байрамдар әле дауам итә һәм һауа шарттары ла әле генә үҙгәрергә уйламай. Шәхси транспорт хужалары ғына хәлде бер аҙ яҡшырта ала. Автомобилдәрегеҙҙе ҡайҙа етте шунда ҡалдырып китмәгеҙ, тип үтенә сүп-сар сығарыусылар.

Айнур Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ