Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте экипаждары һаны артты

Ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында килеп тыуған хәлде көйләү өсөн, республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте экипаждары һанын арттырырға ҡарар ителде.

Бөгөн иртән юлдарға үҙәк аппарат хеҙмәткәрҙәренән тупланған өҫтәмә 37 экипаж сығарылған. Юлдағы хәлгә мониторинг һөҙөмтәләренә ярашлы, өҫтәмә нарядтар Һамар-Өфө-Силәбе, Мәскәү-Өфө, Өфө-Ырымбур федераль трассалары һәм төбәк әһәмиәтендәге Өфө-Инйәр-Белорет, Өфө-Шишмә-Ҡырғыҙ Миәкә, Дүртөйлө-Нефтекама һәм Өфө-Яңауыл юлдарына ҡуйылған.

Республика юлдарында һауа шарттарына бәйле ҡатмарлы хәл һаҡлана. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, юлдарҙың айырым участкаларында еңел автомобилдәр һәм йөк транспорты хәрәкәтенә сикләүҙәр ҙә индерелеп торҙо. Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов белдереүенсә, юлда ауыр хәлгә тарыған водителдәр юл инспекторҙарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Йылдың тәүге өс көнөндә төбәктә теркәлгән юл-транспорт осраҡтарында 4 кеше һәләк булған, 10-һы йәрәхәтләнгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ