Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Иҫкәртеү саралары миҙгел башынан даими рәүештә үткәрелә. 260-тан ашыу профилактик рейд барышында меңдән артыҡ кешегә инструкция үткәрелгән.
Баш ҡалала тау шыуыу өсөн йыһазландырылмаған урындар йылдан-йыл арта, уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу өсөн яуаплы ведомстволар тейешле саралар күрә, рөхсәтһеҙ тауҙар өҫтөнә ҡом һибелә. «Торатау» конгресс-холы аҫтында, мәҫәлән, кәртә ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, тау шыуырға теләүселәр кәмемәй.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, күптәр иҫкәрмәләрҙе инҡар итә. Ҡыҙғанысҡа, рөхсәтһеҙ урында тау шыуыу эҙемтәләре аяныслы булыуы ихтимал. Баш ҡаланың Батыр урамындағы паркта бала ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.






