Башҡортостанда айырыуса янғын хәүефһеҙлеге режимы 10 ғинуарға тиклем ғәмәлдә ҡала

Был осорҙа ҡотҡарыусылар көсөргәнешле эш шарттарына күсә һәм профилактик саралар уҙғара. Бөгөн улар Өфө янында урынлашҡан баҡсасылар ширҡәтендә рейдтар уҙғарҙы.

Сағыу ҡыҙыл төҫтәге янғын һүндереү техникаһы әллә ҡайҙан күренеп тора. Өҫтәүенә ул тауыш көсәйтеү ҡоролмаһынан иҫкәртеп тә бара. Ҡотҡарыусылар өсөн төп маҡсат та шул-иғтибарҙы йәлеп итеү. Сөнки проблеманы хәл итеүгә ҡарағанда уны кисектереү хәйерлерәк. Баҡса йорттары буйлап йөрөп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре таратыу ҙа кемдәрҙеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуы ихтимал.

Бәләкәй бала тәрбиәләгән ғаиләләргә янғынды иҫкәртеү сигнализациялары, яңы йыл бүләктәре лә тапшырҙы. Ҡотҡарыусылар баҡса йорттарында электр сымдары , мейестәр, йылытыу ҡоролмаларын, мунса төҙөклөгөн тикшерҙе.

10 ғинуарға тиклем айырыуса янғын хәүефһеҙлеге режимы ғәмәлдә ҡала. Тап ошо осорҙа ут сығыу осраҡтары йышая. Йыл башынан алып ҡына Өфөлә 15 ерҙә янғын сыҡты. Халыҡ баҡса йорттарына бара, мунса яға, байрам итә, ут менән һаҡһыҙ ҡылана. Был осорҙа хатта фейерверктар ҡулланыу ҙа тыйыла.

Радмир Кәримов, Өфө ҡалаһы янғын һағы идаралығының октябрь районы буйынса бүлеге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ