Ухтомский урамындағы 12-се йортта йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәр менән бергә ҡар көрәргә сыҡты. Махсус хеҙмәттәр ҡар өйөмдәрен техника менән сығарһа, урындағы халыҡ көрәктәр менән ярҙам итте. Берҙәм көс менән тротуарҙар, балалар майҙансыҡтары, ихаталар ҡар әсиренән азат ителде. Ярҙам бик ваҡытлы, ти коммуналь хеҙмәттәр. Сөнки синоптиктар алдағы көндәрҙә лә яуым-төшөм вәғәҙә итә.






