Байрам өҫтәле урынына бассейнда туп һуғалар. Иглиндың «Дельфин» бассейнында һыуҙа волейбол уйнау буйынса турнир үтте. Был ярыштар өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла һәм урындағы халыҡтың яратҡан спорт байрамына әйләнгән. Быйыл ул «Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы» һәм «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.



