«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә тағы ла ике баланың теләге тормошҡа ашты

Уларҙың береһенә саңғы, икенсеһенә «аҡыллы» колонка тапшырылды. Һуңғы бүләк илдең баш ҡалаһынан килгән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

8 йәшлек Вероника Ҡыш бабайҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көткән. Сөнки уның Мәскәүҙән бүләк алып килгәнен белә. Ҡыҙыҡай күптән аҡыллы колонка тураһында хыялланған. Уның теләген Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар врачы Анна Попова тормошҡа ашырҙы. Дәүләт эшмәкәре ҡыҙ менән әңгәмәгә видеобәйләнеш аша сығып, яңы йыл менән ҡотланы.

Акция сиктәрендә бүләккә эйә булыусы йәнә бер бала Өфөлә йәшәй. Маша өсөн сикле һаулыҡ мөмкинлектәре кәртә түгел. Ул 8-се йыл тау шыуыу спорты менән шөғөлләнә. Ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Хәүефһеҙлек өсөн уңайлы форманан тыш, заманса саңғы ла талап ителә. Ҡыҙҙың был хыялы «Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәрендә үтәлде.

Саңғы тураһында күптән хыяллана инек. Ҡыҙымдың элекке саңғыһы инде иҫкергән, үҙенә бәләкәй. Ә яңыһы ныҡ ҡиммәт. Бүләк өсөн ҙур рәхмәт.

Гөлнара Юферова, Маша Юферованың әсәһе

Маша кеүек үҙенсәлекле балалар өсөн Өфөлә түңәрәк эшләй. Күнекмәләр кескәйҙәрҙең күңел көсөргәнешен кәметә, физик яҡтан үҫтерә, тиҫтерҙәр менән аралашыу мөмкинлеге булдыра. Секцияла шөғөлләнгән башҡа балалар ҙа буш ҡалманы.

Яңы йылда тағы ла бер баланың хыялы тормошҡа ашты. Был «Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәренә мөмкин булды. хәйриә сараһы Рәсәйҙә 2018 йылдан тормошҡа ашырыла.Маҡсаты - ауыр тормош хәленә эләккән балаларға һәм оло йәштәгеләргә шатлыҡ, Яңы йыл тылсымын тойоуҙы бүләк итеү.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Волна
Акции БСТ