Рәсәйҙә электрон ҡоролмалар, ҡорамалдарҙы индереү өсөн ябайлаштырылған таможня режимы ғәмәлдә ҡала

Рәсәйҙә электрон ҡоролмалар һәм ҡорамалдарҙы индереүгә ябайлаштырылған таможня режимы 2023 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала. Был туралағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документ тышҡы санкцион баҫым шарттарында эске баҙарҙа электроника дефицитына юл ҡуймау мөмкинлеге бирә. Ябайлаштырылған режим нотификацияны етештереүселәр, шул иҫәптән Электроника эшләүселәр һәм етештереүселәр ассоциацияһы, шулай уҡ Компьютер һәм мәғлүмәтә технологиялары ассоциацияһы тарафынан түгел, ә тармаҡ ойошмаларынан бирҙереүҙе күҙаллай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ