Белгестәр көслө ел иҫкәндә электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Водителдәргә алыҫ араға сығыуҙы кисектереп торорға кәрәк. Сыҡҡан осраҡта уларҙан дистанция һаҡлау, тиҙлек режимын үтәү һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын онотмау талап ителә. Үҙең менән йылы кейем, аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ запасы алыу мотлаҡ!






