Иглин районының «Агротех» предприятиеһында өсөнсө робот һауынсы эшкә ебәреләсәк

Фермала тимер һауынсылар арта. Иглин районының «Агротех» предприятиеһында өсөнсө робот һауынсы эшкә ебәреләсәк. Әле һыйырҙарҙы ике тимер һауынсы һауа. «ДеЛаваль» швед компанияһының ҡорамалдары аграр хужалыҡта былтыр урынлаштырылды. Лизинг буйынса һатып алынған робот-һауынсыларҙың эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Күпме һөт һауылғаны мониторҙа күренеп тора. Роботҡа һыйырҙар күнегеп бөткән. Еленде йыуа, һауа, һөт килеүе туҡтағас, хатта дезинфекциялай. Роботтоң күҙе бар, уны һәр һыйырҙан һуң таҙартып ала. Тимер кәртә эсенә инергә һыйырҙар сиратлап көтөп тора. Сөнки һауған саҡта алдарына аҙыҡ ҡойола, уны ашап бөткәнсе робот тиҙ генә һауып бөтә.

Һәр һыйырҙың һауын ваҡытын техника шәхсән билдәләй. Робот менән малҡай араһында бәйләнеш ҡолаҡтарындағы чип ярҙамында. Комплекста бер йыл элек алынған ике робот эшләй. Автоматлаштырылған заманса ҡоролмалар тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.

Иртәнге дүрттән һауынға киләһе түгел. Ауыр күнәктәр күтәреп йөрөргә, уларҙы йыуырға кәрәкмәй. Һәнәк менән бесән таратыу ҙа тарихта. 15 йыл һауынсы булып эшләгән Светлана Назарова роботтың эшләгәнен күҙәтеп кенә тора. Бындай эш хыялында ла булмаған.

Бөтә система мобиль ҡушымта аша ла көйләнә. Робот эшләй башлағандан бирле унда һәр һыйырҙың биографияһы яҙылып бара. Ҡасан, күпме һөт биргәне, быҙаулау ваҡыты.. Электр һүнә ҡалһа, аҡыллы техника генератор ярҙамында эшләй.

Һөттө ойошма Өфөләге һөт заводына тапшыра. Нафиҡовтар ғаиләһе аграр тармаҡта егерме йылдан ашыу. Тәүҙә хужалыҡҡа айршир тоҡомло һыйырҙар һатып алынған. 140 баш малдан тимер һауынсылар тәүлегенә 3 тонна аҡ ала. Тиҙҙән комплекста өсөнсө робот эшкә ебәрелгәс, был һан 5 тоннаға етер тип көтөлә. Әле хужалыҡтағы 450 һыйырҙан шул тиклем һөт һауыла.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ