Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәниә Сәйфуллинаны иҫкә алды

Оҙаҡ йылдар Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында эшләгән Фәниә Вәлиәхмәт ҡыҙы тамашасыға сағыу ролдәре, халыҡсан башҡарыу оҫталығы менән яҡшы таныш. 2000-се йылдарҙа ул Мәжит Ғафури исемендә Башҡорт дәүәләт академия драма театрында актриса, режиссер ярҙамысһы ла булып эшләй. Сәхнә оҫтаһы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та беләләр. Фәниә Сәйфуллинаның тормош һәм ижад юлы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Мостай Кәримдең «Салауат»ында Гөлнәзирә, Мөкәрәмә Садиҡованың «Берҙән-берем - Гөлсәсәг»ендә Гөлсәсәк, «Ҡыҙыл Йондоҙ»ҙа Ғирфан, «Ганга ҡыҙы»нда Умеш, «Башҡорт туйы»нда Ҡарасәс. Фәниә Сәйфуллина сәхнәлә береһенә-береһе сағыуыраҡ тиҫтәләрсә образ тыуҙыра. Тамашасы уны ролдәрҙе халыҡсан итеп башҡарыуы, тәбиғи матурлығы, һутлы теле, ябайлығы өсөн яҡын күрә. Хеҙмәттәштәре хәтерләүенсә, Фәниә Вәлиәхмәт ҡыҙы менән гастролдәргә йөрөү ҙә байрамға тиң була. Талантлы актрисаны һәр ауылда, һәр йортта көтөп алалар. Фәниә Сәйфуллина коллегаларына ҡарата ла ихтирамлы, иғтибарлы була.

Фәниә Сәйфуллина 1947 йылдың 1 майында Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында тыуған. Оло ижадҡа Өфө мәҙәниәт техникумын тамамлағандан һуң килә. Сәхнәлә балҡып торған, тартыу көсөнә эйә актрисаны тамашасы яратып ҡабул итә. Фәниә Сәйфуллина сағыу ролдәр тыуҙырыу менән бер рәттән әүҙем йәмәғәт тормошо ла алып бара. Үҙе спорт яратҡан кеше булараҡ, ижади коллективта сәләмәт йәшәү нигеҙәрен пропагандалай, аэробика, гимнастика түңәрәктәрен, саңғыла йөрөүҙе ойоштора. Коллегаларын бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәренә йәлеп итә.

Фәниә Вәлиәхмәт ҡыҙы сәхнәлә генә түгел көндәлек тормошта ла ябай, ихлас, изгелекле шәхес була. Ике улында ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, балаларына һәм ейәндәренә һөйөклө, яғымлы әсәй һәм өлөсәй була. Әсәйем ҡояш һымаҡ ине, балҡып, нур һибеп йәшәне, ти улы Ирек Дәүләтбаев.

Фәниә Сәйфуллина үткән йылдың 27 ноябрендә беҙҙең арабыҙҙан китте. Әммә ул тыуҙырған сағыу ролдәр, изге ғәмәлдәр яҡты хәтирәләр булып тамашасылары, яҡындары күңелендә йәшәй.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ