Раштыуа байрамы күп быуаттар элек Вифлеемда Иисус Христос хөрмәтенә булдырылған. Башҡортостанда ул һәр саҡ ҙурлап үткәрелә. Уҙған төндә республикала, шул иҫәптән Өфөнөң 19 ҡорамында байрам саралары ойошторолдо.
Ҡорам, сиркәүҙәргә килә алмаусылар байрамды телевизорҙан ҡарай алды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рождество Богородицы ҡорамынан тура трансляция алып барҙы. Дини йоланы Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон үткәрҙе.
Раштыуа менән православ христиандарҙа Святка башлана. Был көндәрҙә улар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бүләктәр бирә, хәйриәлек күрһәтә.




