Уларҙың эргәһендә булған дин әһелдәре яугирҙарҙың рухын нығыта. Шуларҙың береһе, протоиерей Виктор Иванов. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. «Дин әһеле Шайморатовсылар һәм Доставаловсылар менән бергә юлланырға теләүен батальондарҙы формалаштырыу этабында уҡ белдерҙе. Доға батырлыҡ ҡылырға әҙер булғандарҙың барыһына ла ярҙам итә. Отец Викторға һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам иткән барлыҡ руханиҙарға рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙы ла Христос Раштыуаһы байрамы менән ҡотлайым. Һаулыҡ, именлек, изгелек теләйем!» - тип яҙған Радий Хәбиров.



