Бүздәк районында тимерҙән тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары етештереү үҫешә

Сабай ауылында йәшәүсе Валерик Айҙаров хаҡлы ялға сығыу менән тимерсе һөнәренә тотона. Оҫтаның даны тотош республикаға һәм күрше өлкәләргә лә таралған. Тимерсе династияһын дауам итеүсе менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Валерик Айҙаровты тирә-яҡта белмәгән кеше бик һирәктер. Тимер ене ҡағылған оҫта тормош-көнкүреш әйберҙәрен етештереү өсөн станоктарҙы үҙе ҡора. Уңайлы станоктар тимер бөгөүгә ҡулайлаштырылған һәм төрлө ҙурлыҡта һырҙар эшләргә мөмкин, ти оҫта.

Йорт йыһаздары, эскәмйәләр өсөн ағас поддондарын ҡуллана. Тимерсенең оҫтаханаһында тимер деталдәрҙең ниндәйе генә юҡ.

Тимерсе деталдәҙе һалҡын ысул менән бөгөп етештерә. Тимур ҙа алтын ҡуллы аҡ бабаһы кеүек тимерсе һөнәре менән ҡыҙыҡһына, шуға ла йыш ҡына тимерлеккә килә.

Валерик Айҙаров тимерҙән завод буяуын алыу өсөн махсус ҡулайламаны ла үҙе ҡорған.Тимерсе үҙ эшен иң беренсе нәүбәттә хәүефһеҙлек техникаһы талаптарын үтәп башҡарырға тейеш, ти. Бала сағынан атаһы янында тимер -томор араһында үҫкән үҙаман хаҡлы ялға сығыу менән яратҡан эшенә тотона.

Тормош иптәше Резеда Миңнислам ҡыҙы менән Валерик Юныс улы ошо ҡотло нигеҙҙә бер-береһен аңлап, 35 йыл бергә татыу ғүмер итә. Тәҙрә төптәрендәге гөл этажеркалары, банкетҡа, бәүелсәк-кресло һәм тимерҙән эшләнгән роза букетына оҫта ҡуллы хужа һәм уның улының күңел йылыһы һәм ижади ҡомары һалынған.

Ата-бабалары төйәгендә боронғо кәсеп менән тормошто йәмләүсе йортонан кеше өҙөлмәй. Валерик Юныс улы ижад иткән эштәре менән кешеләргә игелек ҡылып, халыҡты ысын сәнғәт әйберҙәре менән ҡыуандырып йәшәй .

Валерик Айҙаров тимер эше менән 3 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ул беседка, бәүелсәк, мангал, эскәмйәләрҙе башта үҙе һәм яҡындары өсөн генә эшләһә, хәҙер заказдарҙы Башҡортостан райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән дә ҡабул итә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ