Бында атта һыбай йәки санала йөрөргә, әкиәт геройҙары менән бергә ярыштарҙа ҡатнашырға мөмкин. Төп маҡсат - туристарҙы башҡорт мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Шүрәле менән квест - программаның иң күңелле өлөшө. Балалар ярыштарҙа ғына ҡатнашып ҡалмай, белемдәрен дә камиллаштыра. Әйтәйек, ҡыш шарттарында урманда көн итеү ҡағиҙәләрен үҙләштерә. Үҙең менән нимә алырға, урманда нисек аҙашмаҫҡа - барыһы ла уйын формаһында үтә.
Минең кеүек үк, Илдар ҙа беренсе тапҡыр дилбегә тарта. Үҫмер хайуан менән беренсе минуттан уҡ уртаҡ тел тапты. Ғиззәтуллиндар Салауат ҡалаһынан килгән.
Торатау итәгенән йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Бында республиканың ғына түгел, ил һәм донъяның төрлө нөктәләренән киләләр. Ярославль, Мәскәү, Уганда - гидтар ҡунаҡтарҙы башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырып, милли аш-һыу менән һыйлай.
Тау шыуыу, ҡарҙа футбол уйнау, саңғы ярышыу - ҡышҡы программа саф һауала үтә. Яңы йыл каникулында бында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында программа ла эшләй. Яҡын арала уҡтан атыу өсөн шарттар ҙа булдырмаҡсылар.
Рәзилә Ғиниәтуллина






