Синоптиктар хәбәр итеүенсә, аномаль һыуыҡ бер нисә көн дауам итә. Республика Башлығы бөтә ведомстволарға эштәрен ойошторғанда һауа торошон иҫәпкә алырға ҡушты. Халыҡҡа иһә йылыраҡ кейенергә, юлдарҙа һаҡ булырға кәңәш итте. - Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.







