Шишмә районы Йәрми ауылы халҡы СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре һәм халаттар үрә

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ҡул эштәре оҫталарын бер командаға ауылда йәшәүсе Эльвира Ғәликәева туплаған. Материалдар менән бағыусыльар ярҙам иткән. Әле мини-артелдә 20 пенсионер буш ваҡыттарында хәрби операция ваҡытында кәрәкле әйберҙәр үреү менән шөғөлләнә. Бер селтәрҙе әҙерләү өсөн 3 көн китә. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, селтәр һәм маскаларға һорау ҙур. Берҙәм логистик үҙәк аша махсус хәрби операция биләмәһенә 8 селтәр һәм халаттар ебәрелгән дә инде. Йәрми ауылы халҡы башланғысына райондың башҡа биләмәләре лә ҡушылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ