Уҙған төндә Өфөлә яңы температура рекорды теркәлде

Уҙған төндә Өфө-Дим метеостанцияһында термометр бағаналары 39 градусҡа тиклем түбәнәйеп, һуңғы 49 йылда яңы температура рекорды теркәлде.

1974 йылдың ошо уҡ төнөндә Өфөлә 37, 9 градусҡаса һыуытҡан булған. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө-Гидрометүҙәк посында уҙған төндә термометр бағаналары 33 градус тирәһе һыуыҡ күрһәткән.

Дөйөм алғанда, республика буйынса иң түбән температура күрһәткестәре 33 градустан 39 градусҡаса арауыҡта күҙәтелгән. Айырым көнсығыш райондарҙа 27-30, Мәләүездә - һәм Туҡанда 40 градустан ашыу һыуыҡ булған. Өфөнөң Калинин районындағы Карпов ҡасабаһында йәшәүселәр таңғы сәғәт биштә һауа температураһының 42 градусҡа тиклем түбәнәйеүен теркәгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ