Ейәнсура районында күп бала тәрбиәләгән Лилиә Шәрипова икмәк бешереү цехы асҡан. Йүнсел икмәк бешереүҙә боронғо рецепттарҙы ҡуллана. Уңышлы ханым менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Икмәк бешереү оҫталары иртәнге һигеҙҙән аяҡ өҫтө. Икмәк бешереү өсөн башта он алына, ул электр ярҙамында механик иләк аша үткәрелгәндән һуң, тейешле миҡдарҙа ҡамыр баҫыу машинаһына һалына.
Борондан килгән рецепт буйынса бешерелгән ауыл икмәге һатып алыусыларҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Цехта эш ике сменала ойошторолған. Икмәк бешереүселәр һәр продукцияға күңел йылыһын һала. Мейестәргә лә айырым иғтибар бүлеп, икмәктең йөҙө килгәнен, тейешле ауырлыҡҡа еткәнен дә күҙәтеп торалар.
Дилбәр Байсуринаның икмәк бешереүҙә эш тәжрибәһе 42 йылдан ашыу. Яңы Павловкала цехта асылғандан алып эшләй. «Бында хеҙмәт шарттары яҡшы, эш хаҡы лайыҡлы, йәшәгән йортома ла яҡын»ти ул.
Пекарня штатында 6 хеҙмәткәр. Уларҙың икәүһе сауҙа кәштәләре артында, ә дүртәүһе икмәк бешерә. Икмәк бешереү оҫталары 170 төрлө продукцияны дәүләт стандарттарына ярашлы, махсус техник паспорт буйынса етештерә. Шул иҫәптән арыш икмәген дә.
Мейестән сыҡҡан хуш еҫле икмәк махсус кәштәләргә теҙелә. Һуңынан ғына һатыу прилавкаларына сығарыла. Халыҡ та көн һайын сифатлы икмәк продукцияһын алып ҡыуана.
Пекарня командаһы өҫтәлдәге иң кәрәкле ризыҡ икмәк бешереүҙә ярайһы тәжрибә туплаған. Киләсәктә улар, продукция ассортиментын арттырып күпләп кондитер изделиеларын етештереү маҡсатын ҡуя.
Гүзәл Борханова






