Асҡын боҙ мәмерйәһенә баҫҡыс буйлап күтәрелергә мөмкин

Тимер ҡоролма Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе проекты буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эшләнгән. Баҫҡысты беренсе булып Республика ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында йәшәүселәр һынаны.

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр. Рева Иманғолов менән Әлфиә Кочетковалар ғаиләһе Архангел районындағы Асҡын боҙ мәмерйәһендә тәүге тапҡыр. Улар һымаҡ уҡ республиканың ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында йәшәүселәр өсөн ҡыштың был көнө мауыҡтырғыс сәйәхәткә әйләнде. Мәмерйәгә ҡабаттан килеүселәр ҙә бар.

Туристарҙы аптырауҙа ҡалдырғаны - урман эсендәге баҫҡыс. Тауға алып менгән тимер ҡоролма иң текә урынға эшләнгән. Баҫҡыс буйлап мәмерйәгә тиклем барып етергә була. Туҡтап ял итеп алыу өсөн урындар ҡаралған. Инклюзив маршрутты Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе тормошҡа ашырған.

Проект Президент фонды гранты һәм Ростуризм гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылған. Маршрут коляскалағы инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән. Улар баҫҡысҡа тиклем УАЗ внедорожнигында килә. Артабан баҫҡыс буйлап махсус ҡоролма ярҙамында артыла.

Әлегә мәмерйәгә алып төшөүсе баҫҡыс ағастан. Тау ҡыуышлығына тиклем алып инеү өсөн уны үҙгәртеү талап ителә. Сталагмиттар һәм сталактиттар - боҙ донъяһы үҙенең мөғжизәһе менән әсир итә.

Ҡышҡы сәйәхәт иҫтәлеге итеп уны ойоштороусылар туристарға бүләктәр - яулыҡтар тапшырҙы. Октябрьский һәм Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында йәшәүселәр уларҙы йәйгеһен кейеп килергә тигән ниәттә ҡайтты.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ