Федераль программа сиктәрендә Бөрө телмәр боҙоҡлоҡтары менән яфаланған балалар мәктәп-интернатында капиталь ремонт үткәрелгән. Ошо маҡсатта 8 ярым миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Белем биреү йорто төҙөкләндерелеп кенә ҡалмай, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Алдынғы мәктәп менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Компьютер мышкаһы ярҙамында кескәйҙәр донъяны танып белергә өйрәнә. Әйтәйек, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балалар интерактив таҡталағы карточкалар аша иҫтә ҡалдыра. Коррекция мәктәбендә заманса ҡоролмалар информатика дәресенән тыш та файҙаланыла. Һәр кабинет бында заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Уҡыусылар партаһына китап түгел, ә ноутбуктар ҡуйылған.
Телмәрҙе үҫтереү буйынса дәрестәр даими үткәрелә. Һәр бала менән педагогтар шәхсән шөғөлләнергә тырыша. Дәрестәр иһә тактиль күнегеүҙәргә ҡайтып ҡала. Телмәр боҙоҡлоғо менән яфаланған балаларҙың һәр бер өндө дөрөҫ итеп әйтеүенә уҡытыусылар бар көсөн һала.
Телмәр етешһеҙлектәре менән яфаланған балалар өсөн мәктәп-интернат республикала берҙән-бер һанала. Бында республиканың төрлө нөктәләренән 400-гә яҡын уҡыусы белем ала. Быйылғы капиталь ремонттан һуң, бар кескәйҙәр ҙә яҡты, заманса кабинеттарҙа белем аласаҡ.
Төҙөкләндереү сиктәрендә мәктәптә холдар, коридорҙар, ашхана тәртипкә килтерелгән. Китапхана һәм спорт залы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Янғынға ҡаршы система яңыртылған, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған.
Мәктәптә уҡыу өсөн генә түгел, ял мөйөштәре лә булдырылған. Шахмат майҙаны күптәрҙең яратып өлгөргән урыны. Кескәйҙәр бында тәнәфес һайын ашыға. Балалар өсөн уҡыу хәҙер файҙалы ғына түгел, күңелле лә.
Рәзилә Ғиниәтуллина



