Асҡын районы үҙәгендә меценаттар мәсет һәм сиркәүҙе тәртипкә килтереүҙә ярҙам итә

«Атайсал» - илһөйәрҙәр проекты. Асҡын районы үҙәгендә Кесе Ватанына тоғро меценаттар мәсет һәм сиркәүҙе тәртипкә килтереүҙә ярҙам итә. Йәмғеһе, Асҡын районында «Атайсал» сиктәрендә 600-ҙән ашыу проект инициативаһы теркәлһә, уларҙың күбеһе ғәмәлгә ашырылған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Асҡын ауылы үҙәгендә урынлашҡан мәсет 2004 йылда төҙөлә. Һуңғы өс йыл эсендә район эшҡыуарҙары иман йортон тәртипкә килтереүгә күп көс һала. «Атайсал» проекты буйынса мәсеттең ҡыйығы ремонтлана, эс яҡлап биҙәү эштәре башҡарыла, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла, канализация селтәре үткәрелә. Бынан тыш, мәсеттә уҡыу кластары булдырылып, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителә. Әле бында балалар, йәштәр һәм ололарҙан торған биш төркөм белем ала.

Ауылдаштарға хөрмәт һәм атайсалды хәстәрләүҙән башҡалар ҙа үрнәк ала. Быға асыҡ миҫал итеп, урындағы сиркәүҙе ремонтларға теләүсе меценаттар табылыуын килтерергә мөмкин. 1775 йылда төҙөлгән бай тарихлы ғибәҙәтхана ябылыу, кире асылып бөлгөнлөккә төшөү осорҙарын кисерә. 1946 йылда ҡабаттан үҙ ишектәрен асҡан сиркәү әле тап «Атайсал» проекты ярҙамында яңырыу кисерә.

Ауылдаштар фекеренсә, «Атайсал» яҡташтарҙың көсөн берләштерә, яңы башланғыстарға этәргес бирә. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән старт алған “Атайсал” проекты ауыл-ҡалаларҙа шишмәләрҙең, иман йорттары, юл һәм парктарҙың, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндерегә мөмкинлек биргән. Ике йыл эсендә 11 меңдән ашыу изге эш атҡарылған.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ