Тренер Илһам Әхмәтшиндың балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу башланғысын район хакимиәте етәкселеге күтәреп алған һәм тейешле бина табып, уны ҡуртымға алыуҙа булышлыҡ иткән. Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы сиктәрендә физик күнекмәләр, ярыштар уҙғарыуға матди-техник база ла нығытылған, спорт инвентары һатып алынған. Әйткәндәй, йүнсел социаль эшҡыуарҙар Реестрына инеп, грант алырға ла ниәтләй.
Милли көрәш буйынса секция мәктәп уҡыусыларында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Дәрестәр ике йөш төркөмө буйынса үтә, һәр ҡайһыһында утыҙар бала. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға ни бары өс йәш. Илһам Әхмәтшин тренер эшмәкәрлеген уңышлы алып барып, былтыр ноябрҙә көрәш буйынса зона ярыштарында көслө команда менән сығыш яһаған. Балалары еңеүселәр исемлегенә ингән.



