Яңы йыл байрамдарында Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлегендә ун биш сабый тыуған. Уларҙың һигеҙе малай. Былтырҙан алып учреждениеға коронавирус менән сирлеләрҙән тыш, башҡа инфекция ауырыуҙары асыҡланған йөклө ҡатындар ҡабул ителә башлаған. Яңы тыуғандарға ваҡытлыса әсәйҙәрен алмаштырған табиптар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Донъяға ауаз һалған көнөнән үк малайҙы әсәһенән айырғандар. Йөклөлөктөң һуңғы аҙнаһында коронавирус асыҡланған, ҡатын операциянан һуң сәләмәтлеге яҡшырғансы Ҡыҙыл зонаға оҙатылған. Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлегендә ун бер сабый тыуғандан алып аҡ халатлылар ҡарауында. Шәфҡәт туташы Алина Имаева Яңы йыл байрамдарында ла эшләп, бәләкәйҙәргә йылы мөнәсәбәт, хәстәрлек күрһәтә.
Бала табыу бүлегендә интенсив терапия бүлеге лә эшләй. Бында реанимация ярҙамына мохтаж балалар ҡабул ителә. Күрегеүегеҙсә, бөгөн бында бер кем дә юҡ. Яңы йыл байрамдарында тыуған сабыйҙарҙың барыһы ла сәләмәт, улар ябай палаталарҙа.
Коронавирус башланған осорҙа Өфөнөң Дим районындағы дауаханаға тик ковид-19 инфекцияһы асыҡланған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡабул ителһә, хәҙер башҡа йоғошло ауырыуҙар менән сирләүселәр ҙә тап ошо учреждениеға оҙатыла. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән гүзәл заттар даими табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Сибайҙан Нурзилә Моратова яңыраҡ ҡына икенсегә әсәй булған. Ҡатын һыуыҡ тейҙергән, коронавирус диагнозы иһә раҫланмаған. Учреждениелағы сикләү сараларына ярашлы, хәле яҡшырғансы ул әлегә сабыйы менән күрешә алмай.
Былтыр Өфөнөң Дим районындағы медицина учреждениеһында 698 бала донъяға килгән. Әсә кеше өсөн иң бәхетле мәл, әлбиттә, сабыйын ҡосағына алып дауахананан сыҡҡан көн. Коронавирус һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар менән көрәш ысулдары билдәләнгән, шуға табиптар ҙа ғаилә өсөн мөһим ваҡиғаны - осрашыуҙы тиҙләтергә тырыша.
Гөлназ Хәйбуллина



