Өфөнөң Нуғай ауылында һыуыҡтарға ҡаршы тороу буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ойошторолдо

Белгестәр электр тәьмин итеү ҡоролмаларына зыян килеп граждандар утһыҙ ҡалған осраҡта ярҙам күрһәтеү юлдарын билдәләне. Ҡотҡарыусылар тарафынан йылытыу генераторҙарын һәм кешеләрҙе йөрөтөргә транспорт саралары әҙерләк сафына ҡуйған. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән осраҡта ауылдың 147 -се мәктәбендә йылы аш һәм ваҡытлыса йәшәү пунктын ойоштороу күҙаллана. Комиссия ағзалары шул уҡ ваҡытта граждандарға йылытыу ҡоролмаларын файҙаланғанда һаҡ булырға кәңәш итә.

Нуғай ауылында зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәгән йорттар бар. Улар электр ҡоролмалары ярҙамында йылытыла. Шуға ла көндәрҙең ныҡ һыуыҡ булыуын иҫәпкә алып иҫкәртеү сараларын ойошторҙоҡ. Ҡоролмалар сафтан сыҡҡан осраҡта граждандарға ашығыс ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.

Рәил Мирхәйҙәров, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ