Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдан пассажирҙар ташыу сифатын яҡшыртыу өсөн бюджеттан 6 миллиард һум бүленгән. Әле 390 муниципаль-ара маршрут иҫәпләнә. Автобустар 3,5 мең ярымдан ашыу ауыл һәм ҡала араһында йөрөй. 2023 йылда ла халыҡҡа уңайлы булһын өсөн пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу бурысы ҡуйылды.







