Петровское ҡалаһының генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтөүсе һәм Красный Луч ҡалаһынан Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемендәге мәктәптән 30 уҡыусы махсус белем биреү слетына саҡырылған. Был осрашыуҙың төп ойоштороусыһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов.
Сығарылыш уҡыусылары өсөн 4 көн дауамында төрлө фәндәрҙән дәрестәр, күңел асыу саралары үткәрелә, Өфөнөң юғары уҡыу йорто вәкилдәре менән осрашыу ойошторола. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп уҡыусыһы Анастасия Юрченко тәьҫораттары менән бүлешә.







