Стәрлетамаҡта 4 айлыҡ сабыйҙың дауаханала һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Рәсәй тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин ҡушыуы буйынса Стәрлетамаҡта 4 айлыҡ сабыйҙың дауаханала һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 4 ғинуарҙа 1-се ҡала клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәһе табиптарға мөрәжәғәт иткән сабыйҙы дауалау учреждениеһына һалыу сәбәбен тапмай, уны кире өйгә ҡайтыра. Шул уҡ көндө бала йәнә дауаханаға килтерелә һәм ҡабул итеү бүлмәһендә уның хәле хәле ҡапыл насарайған. Сабыйҙа диафрагма бүҫере барлығы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуы асыҡланған. Реанимация саралары һөҙөмтә бирмәй, бала ҡала дауаханаһында вафат була.

Осраҡ буйынса «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү» статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әлеге ваҡытта осраҡ шарттары һәм сәбәптәрен асыҡлау буйынса тәфтиш саралары ойошторолған, суд-медицина экспертизаһы үткәреү ҡарала.

Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ