Әбйәлил районы Амангилде ауылы халҡы зыяратты тәртипкә килтерергә ниәтләй. Төҙөкләндереүҙе Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына таянып башҡарыу ҡарала. Халыҡ йыйылышында ошо проект һайлап алынған. Амангилде биләмәһенә ингән ауылдар программала 2014 йылдан ҡатнаша. “Йыл һайын мөһим һәм кәрәкле эштәр тормошҡа ашырыла”, - ти ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Рауза Йәһүҙина.








