Шишмә районы үҙәгендә теркәлгән фажиғә тураһында хәбәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк бүлегенә бөгөн иртәнге 7-лә ҡабул ителә. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр йүнәлтелә. Шәхси йортто ялмап алған ут 8-се 15 минутта һүндерелгәндән һуң, 1953 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Тәфтиш-оператив төркөм янғын сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.



