«Селтәр» башҡорт кейеме студияһы төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә

Күптән түгел милли кейемдәрҙе тергеҙеүсе ҡул оҫталары берлегенә халыҡ исеме бирелгән. Оҫтабикәләрҙең эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Оҫтабикәләрҙең бергә йыйылып эшләүе кис ултырыуҙы хәтерләтә. Берәүҙәр балаҫ һуға, ойоҡбаш бәйләй, тамбурлы сигеү сигә. Ҡурған өлкәһенән Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙы селтәр эшләү менән мәшғүл. Милли кейем элементына заказ күп, ти оҫтабикә.

Әйле ырыуы вәкиле Зәлилә Тәтегәсова буйлы балаҫ һуғырға бала сағынан хыялланған. Эштең асылына төшөнөү өсөн ул төрлө оҫталыҡ дәрестәренә йөрөгән. Өҫтөндәге кейемен, Әйле ырыуына хас һаҡалды ла ул үҙ ҡулдары менән эшләгән.

Оҫтабикәләр «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ла ҡатнашҡан. Фәнисә Миңлеғәлимова бәйгелә үҙе теккән әйберҙәре, биҙәүестәре менән сығыш яһаны. Ейән-ейәнсәрҙәрен башҡорт образдарына кейендергән ханым «Балалар кейеменә реконструкция» номинацияһында өсөнсө урын яуланы.

«Селтәр» башҡорт халыҡ кейеме студияһы 2015 йылда эш башлаған. Бында әле 30-ҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡул эше менән шөғөлләнә. Оҫтахана республика, ил кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнаша, күптән түгел улар халыҡ студияһы исемен яулаған. Гүзәл заттар ҡул эштәрен һатыу өсөн интернет магазин да асҡан.

Оҫтаханала ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән тергеҙелгән милли кейемдәр, биҙәүестәр, сигелгән эштәрҙән хәҙер тотош бер музей асырға була. Ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылып эшләү өсөн айырым оҫтахана һәм күргәҙмә ойошторорлоҡ иркен бүлмә хаҡында хыяллана. Халыҡ йөҙөн билдәләгән милли кейемдәрҙе тергеҙеү, һаҡлау, йәш быуынға таратыусыларҙың был ҙур маҡсаты.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ