Өфөнөң 218-се балалар баҡсаһындағы малай-ҡыҙҙар «Һалдатҡа хат» патриотик акцияһына ҡушылды

Сара сиктәрендә кескәйҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һүрәттәр төшөрөп хат яҙҙы. Балаларҙың ижадында Рәсәй триколоры, хәрби техника һәм Донбасс халҡын яҡлаусы һалдаттар урын алды. Хаттар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек өсмөйөш формала эшләнде. Ҡайһы бер балаларҙың яҡындары әле хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Уларға тип яҙылған хаттар адресатҡа шәхсән алып барып еткерелер тип көтөлә.

Һалдаттарҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, бөгөнгө хәрби операцияла үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй ил өсөн көрәшә. Балалар атайҙарына, ағайҙарына һәм яҡындарына ихлас күңел менән хаттар яҙҙы. Һалдат хаттары Донбассҡа гуманитар ылау менән ебәреләсәк.

Эльвира Ислаева, Өфөнөң 218-cе балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ