Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы ҡарамағында урология һәм онкология институты эш башланы. Әлегә ошондай уҡ тикшеренеү үҙәктәре Мәскәү менән Һарытауҙа ғына бар.
Заманса учреждениела молекуляр генетика лабораторияһы урынлашҡан. Уның ярҙамында генетик ауырыуға килтергән кеше күҙәнәгенең һирәк осрай торған мутацияһын асыҡларға мөмкин. Артабан ауырыуҙың нисек үҫешәсәген алдан уҡ әйтеп була. Ҡурҡыныс сирҙән яфаланған пациенттар өсөн был айырыуса мөһим. Институтта яман шешкә ҡаршы далалау терапияһының ике бүлексәһе бар, уларҙа таргет йәки химия терапияһы ысулдары менән дауалайҙар.
Ҙур ғилми белем биреү һәм дауалау үҙәге яңы ҡорамалдар менән дә тәьмин ителгән. Бында, бер майҙансыҡта, тәжрибәле табип-онкологтар, иммунологтар, биологтар һәм генетиктар эшләй. Уларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе пациенттың ауырыу сәбәбен теүәл билдәләргә, дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.



