Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр район һәм ҡалала түләү төрлөсә. Мәҫәлән, Әбйәлил районында көнөнә 127 һум тура килһә, Өфөлә ул 170 һумдан артмаҫҡа тейеш. Балалар баҡсаһына хаҡтарҙы һәр муниципалитет үҙ аллы тәғәйенләй. Әммә ул Республика Хөкүмәте билдәләгән сумманан артмаҫҡа тейеш.







