Быйылдан аграр тармаҡта эшләүселәргә дәүләт ярҙамы арта. Ул ярты миллиондан 750 мең һумға еткерелде, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Ауыл хужалығы министрлығы тәүге ғаризаларҙы ҡабул итә башлаған. Аҡса конкурс һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Уға ауыл хужалыҡтарында кәмендә ярты йыл эшләүсе 35 йәшкә тиклемге белгестәр дәғүә итә ала.







