Киләһе аҙнала экологик акция ойошторола. Уның барышында яңы йыл биҙәге булған ылыҫлы ағастар йыйыла. Бының өсөн ҡалала 12 майҙан булдырылған. Шыршы тапшырғандарға бүләккә мандарин бирәләр, конкурс, викторина һәм уйындарҙа ҡатнашырға була. Ленин районы буйлап “Ёлкомобиль” йөрөй.Өфөлә шыршыларҙы йыйыу буйынса экологик акция 2018 йылдан ойошторолоп килә.







