Бер юлы дүрт экипаж, тиҫтәгә яҡын юл инспекторы. Бөгөн профилактик рейд барышында Өфөнөң Тирмән комбинаты туҡталышы эргәһендә илленән ашыу йәмәғәт транспорты туҡтатылды. Пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән водителдәр араһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүселәр асыҡланды. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
«Шишмә-Өфө» маршруты буйынса йөрөгән автобус водителенә баш ҡалаға ингән урында оҙайлы туҡталыш яһарға тура килде. Хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған өсөн уға административ протокол төҙөлдө. Ҡағиҙәне теүәл үтәмәүҙән үҙе генә түгел, тиҫтәнән ашыу пассажирҙың юлы тотҡарланды. Иртә менән юл инспекторҙары йәмәғәт транспорты менән идара итеүселәргә айырыуса иғтибарлы булды.
Былтыр республикала йәмәғәт транспортына бәйле 160 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәйне, уларҙа 250 кеше зыян күрҙе. Пассажир ташыу баҙарында тәртип урынлаштырыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Рейд барышында эшлектән сыҡҡан тахограф, шиналағы етешһеҙлектәр өсөн дә административ протоколдар төҙөлдө. Шулай уҡ водителдәрҙең документтары, путевка-лицензиялары ҡаралды, хеҙмәт һәм ял режимын ваҡытында үтәүҙәре тикшерелде.
Профилактик сара сиктәрендә автобустарҙан тыш, «ларгус»тар ҙа туҡтаталды. Был транспортта ҡала-ара маршруттар буйынса пассажирҙар ташыусылар күп. Араларында бер ниндәй рөхсәтһеҙ эшмәкәрлек алып барыусылар ҙа бар. Әйткәндәй, республикала йәмәғәт транспортына ҡарата рейдтарҙы артабан да көсәйтеү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина






