Бөгөн Өфөнөң Ленин һәм Чернышевский урамдары киҫелешендәге күп ҡатлы йорт хужалары фатирҙарын ҡабул итеп алды. Баш ҡала үҙәгендәге был объектты 2010 йылдарҙа «Регионстройкомплекс» ойошмаһы төҙөй башлай. Әммә йорт ваҡытында файҙаланыуға тапшырылмай, ә торлаҡ һатып алыусылар алданған өлөшсөләргә әйләнә. Фатир асҡысын урау юлдар менән ҡулына алған бәхетле хужалар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Электр, һыу иҫәпләү ҡоролмалары ҡуйылған, стеналар тигеҙләнгән, йылы, иркен, таҙа. Фатир хужалары ғына үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанып етмәй. Йылдар буйы ташландыҡ хәлдә торған йортта хәҙер ремонт эшләргә, йәшәй башларға мөмкин. Светлана Ғәлләмова ошо уҡ районда йәшәй, улы өйрәнгән мәктәбендә ҡалһын тип яңы фатирҙы ла эргәләге йортта ала. Бала уҡыуҙы тамамлай, ә торлаҡ төҙөлмәй. Хужаларға йылдар дауамында төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итергә тура килә.
Өфө үҙәгендәге был йортто 2010 йылдар башында «Регионстройкомплекс» ойошмаһы һала башлай. Тик ул банкрот тип иғлан ителә һәм төҙөлөш туҡтала. Хужалар тәүҙә ҡаушап ҡала, әммә һуңынан инициатив төркөмө ойоштороп объектты сафҡа индереү юлдарын өйрәнә. Төркөм рәйесе Галина Бухарова ишле бала әсәһе , ул инвалид коляскаһында ултырған тормош иптәше менән Мәскәүгә тиклем барып етә. Беҙҙе тыңланылар, аңланылар, ярҙам иттеләр. Ҡыҙғанысҡа ирем генә был бәхетле көндө күрә алманы, ти Галина ханым.
Башҡортостандың алданған өлөшсөләрҙе яҡлау фонды етәксеһе урынбаҫары Тимур Ғиниәтуллин әйтеүенсә, «Регионстройкомплекс» ойошмаһы Өфө үҙәгендә ике йортто төҙөп бөтмәй. Энгельс урамындағы объект бер йыл элек файҙаланыуға тапшырыла, хәҙер икенсеһе сафҡа индерелә. Төҙөлөш еңел генә бармай. Яртыһы ла төҙөлөп бөтмәгән, оҙайлы ваҡыт ташландыҡ хәлдә торған объектҡа йән өрөрөгә тура килә.
Был йортта фатир асҡысы бөтәһе 89 кешегә тапшырыла. Проблемалы йорттарҙы сафҡа индереү йыл дауамында ла барасаҡ. Фонд быйыл республика буйынса 17 объектты сафҡа индерергә ниәтләй.
Һуңғы йылдарҙағы төп проблемаларҙың береһе төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар менән бәйле. Әммә хәҙер мәсьәлә хәл ителеп бөтөү алдында тип әйтергә мөмкин. Былтыр проблемалы 116 йорт иҫәпләнә, йыл дауамында уларҙың 70-тән ашыуы файҙаланыуға тапшырылған йәки торлаҡ өсөн компенсация түләнгән. Быйылға бөтәһе 39 объект ҡалған.
Рәмзиә Кәримова




